Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение Средняя общеобразовательная школа д.Старомунасипво
МЕНЮ
Главная » 2017 » Октябрь » 10
10Окт-2017
3 октябрь көнө Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө билдәләнде. Был байрам сараһын Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусылар коллективы ойошторҙо һәм концерт менән сығыш яһаны. Тамашасылар бигерәк тә уҡытыусылар хоры, бейеү коллективы сығыштарын, Фәнил һәм Миңзиә Бикмөхәмәтовтар дуэтын, Раушания Мырҙағолованың шиғыр һөйләүен, Тимер филиалы уҡытыусылар ансамбленең йырҙарын, Азат Әйүпов башҡарыуында "Сал бөркөт" бейеүен, Рәғиҙә Истәкова башҡарыуында "Уйна, дуҫым гармуныңды" йырын яратып ҡабул итте. Бөрйән районы мәғариф бүлеге маҡтау ҡағыҙына Марина Йыһанурова, Гөлфирә Көнәфина, Азамат Ҡотлобаев, Бөрйән районы советы һәм хакимиәте маҡтау ҡағыҙына Рәғиҙә Истәкова лайыҡ булды.
10Окт-2017
5 октябрҙә район кимәлендә "Йәрминкә-2017" байрамы ойошторолдо. Унда шәхси һәм күмәк хужалыҡтар, белем биреү ойошмалары, эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән тауарҙар менән һатыу иттеләр. Урта мәктәптәр араһында беҙҙең Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбе I урын алыуға өлгәште. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров Иҫке Монасип урта мәктәбе бейеү коллективына милли кейемдәр бүләк итте.
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Октябрь 2017  »
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 9
Друзья сайта