Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение Средняя общеобразовательная школа д.Старомунасипво
МЕНЮ
О нашей школе

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д.Старомунасипово
Населенный пункт-Деревня Старомунасипово (Бурзянский район, Республика Башкортостан)
Тер. подчинение-Бурзянский район (Республика Башкортостан)
Сотрудников-56
Учеников-353
.

Фотографии
[ Добавить новость ]

10Окт-2017
3 октябрь көнө Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө билдәләнде. Был байрам сараһын Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусылар коллективы ойошторҙо һәм концерт менән сығыш яһаны. Тамашасылар бигерәк тә уҡытыусылар хоры, бейеү коллективы сығыштарын, Фәнил һәм Миңзиә Бикмөхәмәтовтар дуэтын, Раушания Мырҙағолованың шиғыр һөйләүен, Тимер филиалы уҡытыусылар ансамбленең йырҙарын, Азат Әйүпов башҡарыуында "Сал бөркөт" бейеүен, Рәғиҙә Истәкова башҡарыуында "Уйна, дуҫым гармуныңды" йырын яратып ҡабул итте. Бөрйән районы мәғариф бүлеге маҡтау ҡағыҙына Марина Йыһанурова, Гөлфирә Көнәфина, Азамат Ҡотлобаев, Бөрйән районы советы һәм хакимиәте маҡтау ҡағыҙына Рәғиҙә Истәкова лайыҡ булды.
10Окт-2017
5 октябрҙә район кимәлендә "Йәрминкә-2017" байрамы ойошторолдо. Унда шәхси һәм күмәк хужалыҡтар, белем биреү ойошмалары, эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән тауарҙар менән һатыу иттеләр. Урта мәктәптәр араһында беҙҙең Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбе I урын алыуға өлгәште. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров Иҫке Монасип урта мәктәбе бейеү коллективына милли кейемдәр бүләк итте.
28Фев-2017
Код
 22 февраль көнө Иҫке Монасип мәктәбендә  хәрби патриотик уйын “Зарница” үтте.Хәрби  уйын Бөйөк Ватан һуғышында  ҡатнашыусыларға венок һалыу менән  башланып китте.Аҙаҡ ике батальон араһында    төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар  ойошторолдо:санитарҙар, раведчиктар,  саперҙар, снайперҙар ярышы, танкка граната    һелтәү. Ярыш бик сәмле барҙы.Уйындың иң    юғары нөктәһе- Ҡыйрат тауына менеп, флаг ҡаҙау. Еңеүсе -2-се батальон . Ҡотлайбыҙ!




... Читать дальше »

14Фев-2017

26 ғинуар көнө “Мәсем” үҫмерҙәр  клубы хеҙмәткәрҙәре: клуб директоры Ишниязова Нурсилә Нур ҡыҙы, өҫтәмә белем биреү педагогы Мырҙағолова Флүрә Батыр ҡыҙы, социаль педагог Вәлиева Әлиә Ғәлимйән ҡыҙы, ойоштороусы педагог Фәтҡуллина Әлиә Ғәлимйән ҡыҙы Иҫке Монасип урта мәктәбендә 8-11класс уҡыусылары менән фәһемле осрашыу үткәрҙеләр.

Улар уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтихандары ваҡытында үҙеңде нисек тыныс һәм ышаныслы тоторға өйрәттеләр, тәмәке тартыуҙың зыяны, эскелектең зарары тураһында һөйләнеләр.

... Читать дальше »

17Янв-2017
Код

4 января 2017 года в деревне Старомунасипово на хоккейной коробке состоялся традиционный зимний турнир по хоккею с шайбой на Кубок Халитова И. В турнире участвовали 5 команд. 1 место заняла команда д. Старомунасипово, 2 место– команда с. Старосубхангулово, 3 место - команда д. Абдульмамбетово, 4 место – команда д. Байназарово и 5 место команда с. Старосубхангулово.
15Янв-2017
Белем биреүҙә дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы

Күптән түгел Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Белем биреүҙә дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы” темаһына семинар булды. Унда Иҫке Монасип мәктәбенең ата-әсәләре, ветерандары, попечителдәре, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Б. Шәрипов, методистар, мәктәп һәм балалар баҡсалары етәкселәре ҡатнашты. Был семинарҙың маҡсаты белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу, ошо йүнәлештә теоретик һәм практик белемдәрҙе камиллаштырыу булды. Семинарҙа ҡатнашыусылар дәрестәр һәм тәрбиәүи саралар ҡараны, хоккей майҙансығын асыуҙа ҡатнашты,тюбингҡа экскурсия яһаны һәм тәьҫораттар нигеҙендә фекер алышты.
Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы белем биреү учреждениелары менән идара итеүҙә белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһының да хоҡуҡтарын таный. Был турала федераль һәм республика кимәлендә норматив документт ... Читать дальше »

Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 9
Друзья сайта