Код
22 февраль көнө Иҫке Монасип мәктәбендә хәрби патриотик уйын “Зарница” үтте.Хәрби уйын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға венок һалыу менән башланып китте.Аҙаҡ ике батальон араһында төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар ойошторолдо:санитарҙар, раведчиктар, саперҙар, снайперҙар ярышы, танкка граната һелтәү. Ярыш бик сәмле барҙы.Уйындың иң юғары нөктәһе- Ҡыйрат тауына менеп, флаг ҡаҙау. Еңеүсе -2-се батальон . Ҡотлайбыҙ!