19:49 Белем биреүҙә дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы | |
Белем биреүҙә дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы Күптән түгел Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Белем биреүҙә дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы” темаһына семинар булды. Унда Иҫке Монасип мәктәбенең ата-әсәләре, ветерандары, попечителдәре, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Б. Шәрипов, методистар, мәктәп һәм балалар баҡсалары етәкселәре ҡатнашты. Был семинарҙың маҡсаты белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу, ошо йүнәлештә теоретик һәм практик белемдәрҙе камиллаштырыу булды. Семинарҙа ҡатнашыусылар дәрестәр һәм тәрбиәүи саралар ҡараны, хоккей майҙансығын асыуҙа ҡатнашты,тюбингҡа экскурсия яһаны һәм тәьҫораттар нигеҙендә фекер алышты. Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы белем биреү учреждениелары менән идара итеүҙә белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһының да хоҡуҡтарын таный. Был турала федераль һәм республика кимәлендә норматив документтар ғәмәлдә бик күп. Мәктәптә коллегиаль һәм үҙидаралыҡ органдары һәм формалары булып идара итеү советы, мәктәп администрацияһы, ата-әсәләр йыйылышы, хеҙмәт коллективының дөйөм йыйылышы, педагогтар советы, уҡыусылар конференцияһы, попечителдәр советы, ата-әсәләр комитеты һәм башҡалар иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа белем биреү учреждениелары менән бәйләнеш алып барған субъекттар һаны арта. Ғаилә һәм дәүләт менән булған традицион бәйләнештән тыш, мәктәптәр бизнес, урындағы йәмәғәтселек, йәмғиәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Беҙҙә ул эш әле башланғыс ала ғына. Киләсәктә белем биреү учреждениеһы базаһында дәүләт һәм йәмғиәт идаралығын проектлау, ойоштороу, үҫтереү методтарын ныҡлы өйрәнеп, ғамәлдә тулыраҡ итеп тормошҡа ашырыу бурыстары тора. “Мәктәп – дәүләт – йәмғиәт”берлеге, иң беренсе сиратта, рухи һәм физик яҡтан һау-сәләмәт, тормошҡа һәм гражданлыҡ бурыстарына ыңғай һәм яуаплы ҡарашлы әүҙем йәш быуынды тәрбиәләүҙе тормошҡа ашыра. Иҫке Монасип урта мәктәбендә ата-әсәләр комитеты, ветерандар һәм уҡытыусы ветерандар советтары, попечителдәр советы мәктәптә уҡытыу һәм тәрбиә эшендә ярҙам күрһәтәләр. Баланың белем кимәле, тәртибе менән ҡыҙыҡһыныусы ата-әсәләр дәрестәргә киләләр, уҡытыусылар һәм мәктәп администрацияһы менән индивидуаль һөйләшеүҙәр алып баралар, мәктәптә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашалар. Был йәһәттән мәктәп һәм ата-әсә араһында бәйләнеш булдырыусы класс етәксеһе эшенең планлы һәм маҡсатлы алып барылыуы мөһим. Ата-әсәгә бала тәрбиәләүҙә тейешле педагогик, психологик кәңәштәр биреү, ата-әсәләр йыйылыштарында көнүҙәк тәрбиәүи мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, уҡытыу-тәрбиә сараларын бергәләп ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә. Семинар сиктәрендә 9-сы класта ата-әсәләр йыйылышы үтте. Улар класс етәксеһе Нәркәс Бикмәтова менән бергә үҫмерҙәр менән булған төрлө сетерекле хәлдәрҙән нисек сығырға тип уйландылар. Ата-әсә йыйылышы – ул баланың ниндәй баһаларға уҡыуы тураһындағы отчет йыйылышы түгел, ә класс булып ойошҡан бәләкәй генә йәмғиәт ағзаларын дөрөҫ тәрбиәләү буйынса эш төрө. Иҫке Монасип мәктәбендә күп кенә атайҙар бөгөн ата-әсә комитетында ла, попечителдәр советында ла бик әүҙем эш алып бара. Ауылдың депутаттары Мазһар Аллабирҙин, Ихсан Көнәфин, Рәмил Көнәфин даими рәүештә ярҙам ҡулы һуҙалар. Хоккей коробкаһына балсыҡ түктереү эшен Мазһар Аллабирҙин көҙ көнө үк ойоштороп ҡуйҙы. Ихсан Көнәфин үҙенең техникаһы менән ярҙам итә, ремонт эштәренә таҡта бүлә. Рәмил Көнәфин түтәлдәргә тиреҫ түгеүҙә, янғын һүндереү машинаһы менән хоккей коробкаһына һыу ҡойоуҙа ярҙам итте.Яғыулыҡ менән ауыл халҡы тәьмин итте. Ошондай ярҙамсылар барҙа, боҙ майҙансығын ҡойоу быйыл күпкә еңелерәк булды. Физкультура уҡытыусыһы Азат Әйүпов, ҡарауылсылар Әлхәм Буранов, Даян Буранов, Айса Ғәлин, Ғәбит Бикмәтовтарҙың тырыш хеҙмәте менән хоккей миҙгеле быйыл 9 декабрҙә үк асылды. Иҫке Монасип ауыл советында йәштәр эшен алып барыусы Рушан Ҡарағолов эштәрҙе йәнләндереп ебәрҙе, бер үк ваҡытта мәктәп менән ауыл халҡы араһындағы бәйләнеште тәьмин итә. Мәктәптә ауыл йәштәре һәм уҡыусылар өсөн волейбол уйындары ойошторола. Иҫке Монасип ауылында экологик эштәр алып барған Рәжәп Көнәфин рухи экология өсөн дә көрәшә. Балаларҙың ялын дөрөҫ ойоштороу маҡсатында ул тюбингтар бүләк итте. Тюбинг өсөн юлды Мазһар Аллабирҙин менән бергә көҙ көнө үк әҙерләгәндәр, ҡар яуыу менән Аҡташ тауы башында тюбинг асылды. Көн һалҡынына ҡарамаҫтан, семинарҙа ҡатнашыусылар Монасипта яңы төр тау шыуыуын да күрҙеләр. Быйыл уҡытыусы-ветеран Зәйтүнә Көнәфина етәкселегендә ағинәйҙәр эш башланы. Улар ҙа киләсәктә мәктәп менән тығыҙ эшләүҙе маҡсат итеп алды. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡул эштәре буйынса дәрестәр, фитнес, волейбол, лекция-осрашыуҙар, әхлаҡ дәрестәре,конкурстар ойоштороу күҙаллана. Ағинәйҙәр клубында уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр ҙә ҡатнаша. Хаҡлы ялда булған уҡытыусылар бөгөнгө мәктәптә барған үҙгәрештергә битараф ҡала алмайҙар. Көн һайын индерелә барған яңылыҡтар бер яҡтан заман талабы булһа, икенсе яҡтан ҡаршылыҡлы һорауҙар тыуҙыра. Йәш уҡытыусыларға рухи таяныс, кәңәшсе оло быуын уҡытыусылар булыуы ҡыуаныслы. Иҫке Монасип мәктәбендә быйыл ветеран уҡытыусыларҙың советы булдырылып, етәкселек эшен Рәхимә Фәтхитдин ҡыҙы Муллағолова үҙ иңенә алды. Совет планында мәктәп менән тығыҙ бәйләнешкә инеү, йәш уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү ҡарала. Ветерандар советы – ауылдың иң абруйлы йәмғиәт ойошмаһы. Уның етәксеһе Зәки Шәмситдин улы Вәлиев аҡһаҡалдар ролендә. Ветерандар йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә күп көс һала. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайы менән, ветерандар советы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың исемлеген тулыландырҙы, өҫтәлмә мәғлүмәттәр туплап, альбом сығарҙы. Ошо ҡиммәтле ҡомартҡыны улар мәктәп музейына бүләк итте. Семинар сиктәрендә ветеран уҡытыусы, “Рәсәй патриоты” миҙалына лайыҡ булған Таһир Ғәззәле улы Сәғитов “Батырлыҡ дәресе” үткәрҙе. Хеҙмәт юлын хәрби эшкә бағышлаған ихтирамлы уҡытыусы бер тынала ил һаҡлау эшенең ни тиклем мөһим һәм изге булыуын, әрмелә хеҙмәт итеү тәртиптәрен, бөгөнгө сәйәси хәлдәрҙе балаларға бик мауыҡтырғыс итеп аңлатып бирҙе. Иҫке Монасип мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлап, туған мәктәптәре менән бәйләнешен өҙмәгән һәм кәрәк саҡта ярҙам итергә әҙер булған бағымсылар булыуы ҡыуаныслы. Район хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе Ғайса Хәлитов, “Ер үлсәү” муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе Рәил Рахманғолов, “Бөрйән урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Хәбир Йомағолов, шәхси эшҡыуарҙар Инсур Хәлитов, Фәнил Көнәфин һәм башҡалар тарафынан мәктәп ярҙам күреп тора. Инсур Хәлитов хоккей ярышы буйынса үҙенең кубогын булдырҙы. Шағирә, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина балаларға синтезатор бүләк итеп ҡыуандырҙы. Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһы директоры Хәлиуллина Светлана Нәжим ҡыҙы, яҡташыбыҙ Хәлиуллин Рәмил Шәриф улы уҡыусылар өсөн төрлө конкурстарҙың бағымсыһы булырға бер ваҡытта ла баш тартмайҙар. “Белем биреүҙә дәүләт һәм йәмғиәт идаралығы” темаһына үткән семинар эше һөҙөмтәле булды.Район мәғариф бүлегенең методика кабинеты етәксеһе Роза Шәриф ҡыҙы ойошторған был сарала бөгөнгө белем биреү учреждениеһының эшмәкәрлек сифатына йәмғиәт һәм уның ойошмалары эшенең ыңғай тәьҫире асыҡ күренде. Мәктәп, дәүләт, йәмғиәт һәм ғаилә бергә һәм берҙәм эшләгәндә генә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Семинарҙың эше барыһы тарафынан да ыңғай баһаланды. Р.Истәкова, Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |